20 февраля 2021 03:02
Количество просмотров: 37
Бөгөн Ишмырҙа мәктәбендә уҡыусылар башҡорт телендә Этнодиктант яҙҙылар. Диктант тексты Я. Хамматов әҫәренән алынған. Уҡыусылар халҡыбыҙҙың үткәненә байҡау яһанылар. Ата- бабаларыбыҙҙың Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары хаҡында мәғлүмәт алдылар. Шулай уҡ Этношәмбе көндө II класс уҡыусыларын китапханала Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы ҡаршы алды. Уҡыусылар башҡорт халҡының милли уйыны "Һабантуйҙы", тормош-көнкүрештәрен сағылдырған һүрәттәрҙән мозаика төҙөнөләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.