Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453655, Республика Башкортостан, МР Баймакский район, с.Ишмурзино ул.С.Игишева,25
  • 8(34751)4-26-37
  • ishmurza.school@mail.ru

Новости

Ҡатын-ҡыҙҙар спартакиадаһы асылды

15 Марта 2019 04:03

Количество просмотров: 40

Ишмырҙа ауылы биләмәһе ир-егеттәр ҡоро менән берлектә 7 мартта ҡатын-ҡыҙҙар спартакиадаһы тантаналы рәүештә асылды. 8 март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған, "Йәгеҙ-әле, ҡатын-ҡыҙҙар!" тамашаһы үткәрелде. Ауылыбыҙҙың төрлө урамдарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ихлас күңелдән ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.
Ә инде ярышта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йырланылар, бейенеләр, интермедия күрһәттеләр, үҙҙәренә бирелгән төрлө мәсьәләләрҙе систеләр, күңелле старттарҙа ярышып, арҡан тартышып көс һынаштылар, ҡаҙау ҙа ҡаҡтылар; йәғни тамашасыларға һәм үҙҙәренә лә ысын байрам ойошторҙолар. Ысынкүңелдәнүҙҙәренәбирелгәнөйгәэштелә(исем, девиз, йыр һәм эмблема) күрһәттеләр. Ярышаҙағындабөтәкомандаларбергәләшепйырҙарйырланылар, флешмоб бейепһәмиҫтәлеккәфотоға ла төштөләр. 
Ярышбарыһына ла оҡшаны, тамашасыларҙа, ҡатнашыусыларҙа, күтәреңкекәйефменәнөйҙәренәтаралышты. Әйткәндәй, сараның  бағымсыһы булып эшҡыуар – Рәсүлев Радик Ғәйнислам улы булды. Уға эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!