Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453655, Республика Башкортостан, МР Баймакский район, с.Ишмурзино ул.С.Игишева,25
  • 8(34751)4-26-37
  • ishmurza.school@mail.ru

Новости

Волейбол – 2019 турниры старт алды

26 Января 2019 05:01

Количество просмотров: 43

Һәр йыл һайын изге традицияға әүерелгән күрше ятҡан Ишмырҙа, Әбделкәрим, Юлдыбай һәм Матрай ауылдары араһында волейбол ярышы уҙғарыла. Быйылғы ярыш Ишмырҙала старт алды. Башҡортостан республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналған ярыш тантаналы шарттарҙа башланып китте. Гөлгөнә Мирғәле ҡыҙы Үзәкина етәкселегендә, уҡыусылар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Тантаналы линейкала, былтырғы еңгән командаларҙың капитандары Йәнбәков Әкрәм Вәсих улы һәм Ҡорбанғәлиев Илнур Ильяс улына дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы бирелде. Шулай уҡ уҡыусылар ҡунаҡтар алдында йыр йырланылар, шиғыр һөйләнеләр, бейеү бейенеләр. Малайҙар башҡарыуындағы коллектив бейеү көслө алҡыштарға күмелде.Уҡыусылар һәм ата-әсәләр тарафынан йәрминкә лә ойошторолдо.

Мәктәп директоры Монасипов Иҙел Мөхтәр улы ярышта ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә уңыштар һәм көслөләрҙең еңеүҙәрен теләне. Дүрт йыл дауамында үткәрелгән волейбол ярышы мәғариф алдынғыһы Йәйләев Заһит Зәки улы исеменә арналды. Йәштәр һәм ололар командаһындағы ярыш көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Ярышҡа үҙ ауылының намыҫын яҡлар өсөн, хатта Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларында уҡып һәм эшләп йөрөгән егеттәр ҙә ҡайтты. Волейбол ярышы менән берлектә теннис, шашки ярыштары уҙғарылды.

Ниһайәт, ярыш Матрай ауылының ололар командаһының һәм Юлдыбай ауылының йәштәр командаһының еңеүе менән тамамланды. Уҙғарылған ярыш бөтәһендә лә яҡшы кәйеф тыуҙырҙы. Ҡунаҡтар бай тәьҫораттар менән бик ҡәнәғәт таралышты. Киләһе уйын Йылайыр районының Матрай ауылында буласаҡ.


Йәйләева Ғәрифә Шәйәхмәт ҡыҙы – башланғыс класс уҡытыусыһы