Цветовая схема:
C C C C
Шрифт
Размер шрифта
A A A
Кернинг
1 2 3
Изображения:
  • 453655, Республика Башкортостан, МР Баймакский район, с.Ишмурзино ул.С.Игишева,25
  • 8(34751)4-26-37
  • ishmurza.school@mail.ru

Сведения

Школьный летний лагерь

Списочный состав оздоровительного лагеря


Должность

Количество единиц

1

Начальник лагеря

 

1

2

Старшая вожатая

 

1

3

Спортинструктор

 

1

4

Вожатая

 

5

5

Повар

 

1

6

Кухонный работник

 

1

7

Фельдшер ФАП

 

1

8

Уборщик служебных помещений

 

2

 

 

 

Элементы режима дня

Пребывание детей

1.

Сбор детей, зарядка

8.30. -09.00

2.

Утренняя линейка

09.00 – 09.15

3.

Завтрак

09.15.- 10.00

4.

Работа по плану отрядов, общественно – полезный труд, работа кружков и секций

10.00 – 12.00

5.

Оздоровительные процедуры

12.00 -13.00

6.

Обед

13.00 -14.00

7.

Свободное время

14.00 -14.30

8.

Уход домой

14.30

 

 


Эш төрө

Ваҡыты

1.

Йыйылыу. Иртәнге күнекмә.

8.30. -09.00

2.

Иртәнге линейка.

 

09.00 – 09.15

3.

Иртәнге аш.

09.15.- 10.00

4.

Көндәлек пландағы сараларға әҙерләнеү. Ырыуҙарҙың сығышы.

10.00 – 12.00

5.

Әңгәмәләр.

12.00 -13.00

6.

Төшкө аш.

13.00 -14.00

7.

Төрлө уйындар. Бүлмәне йыйыштырыу.

14.00 -14.30

8.

Ҡайтыу.

14.30

 

.

                                      ЫРЫУҘАР ТАРИХЫ


Ырыуың кем? – Үҫәргән,  
Ырыуың кем? – Юрматы, 
Ырыуың кем? – Ҡатай, 
Ырыуың кем? – Табын, 
Ырыуың кем? – Ҡыпсаҡ, 
Ырыуың кем? – Бөрйән, 
Ырыуың кем? – Тамъян, 
Илебеҙ Башҡортостан!


ҮҪӘРГӘНДӘР

 Профессор Р. Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» ки­ табында бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян башҡортта­ ры шәжәрәһенең ике варианты баҫылған. Был ырыуҙар өсөн берҙәм шәжәрәнең булыуы уларҙың үҙ-ара тығыҙ һәм бер берекмәгә берләшеп йәшәүе хаҡында һөйләй. Бы­ нан башҡа был китапта Һарытау һәм Һамар әлкәләрендә йәшәгән башҡорт үҫәргәндәренең айырым шәжәрәләре бар. Был шәжәрәләрҙе 1900 йылда Йылайыр кантонының Ҡужанаҡ ауылында Шаһиғәлим Тоҡомбәтов һәм һамар әлкәһенең Диңгеҙбай ауылында Әхмәт Йәрмөхәмәтов яҙып алған. Үҫәргәндәрҙең шәжәрәһе үҙенсәлекле: улар шиғыр итеп яҙылған. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, малсылыҡ менән көн күргән күсмә халыҡ ғәҙәттә тарихи ваҡиғаларҙы һәм күренештәрҙе шиғырға һалыусан. Шәжәрәләр, башҡа төрлө сығанаҡтар үҫәргәндәрҙең тарихын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Үҫәргәндәр­ ҙең боронғо тыуған иле Һырдаръя үҙәндәре. Ырыуҙың етәксеһе Туҡһабаның улы Мөйтән булған. Шуға ла ырыу уның исемен йөрөткән. Был хаҡта йыр ҙа һаҡланған. Башҡорттарҙың бабаһы, Туҡһаба бей балаһы. Мөйтән тибеҙ беҙ аны, Хаҡ яратмыш дан аны. Был ырыуҙың ораны ла Туҡһаба булған. Ошо быуаттың бер меңенсе йылында, политик хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында һәм күсмә халыҡ Европаға табан хәрәкәт итә башлағас, үҫәргәндәр көньяҡ Уралға күскән. 1970 йылдарҙа мин Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбул­ ла райондарында тикшеренеүҙәр алып барғанда, ҡарттар үҙҙәренең ата-бабаларының Һырдаръянан һәм Арал 41диңгеҙе буйынан күсеп ултырыуҙары хаҡында төрлө ле­ гендалар һөйләгәйне. Ырыу Мөйтәндең улы Үҫәргән исе­ мен йөрөтә. Р. Кузеев үҫәргәндәрҙең ҡарағалпаҡтар менән этник яҡтан бер нигеҙҙән булыуы хаҡында фекер әйткәйне. Боронғо йырҙарҙа үҫәргәндәрҙе мөйтәндәр йәки Мөйтән балалары тип йөрөтәләр. Был исем хәҙер тик башҡорттарҙа һәм ҡарағалпаҡтарҙа һаҡлаған. Шулай итеп, мөйтәндәр башҡорт халҡының да, ҡарағалпаҡ халҡының да формалашыуында ҡатнашҡан. Бөрйәндәр, түңгәүерҙәр кеүек үк, үҫәргәндәр ҙә Көньяҡ Уралдың хәҙерге Башҡортостандың көньяҡ- көнбайыш өлөшөнә килеп ултырған тигән фекер бар. Ун өсөнсө быуаттан монголдарҙың ҡыҫымы арҡаһында үҫәргәндәр Көньяҡ Урал итәктәренә һыйынған һәм әле лә шунда йәшәй. Шәжәрә буйынса фекер йөрөткәндә, XVI — XVII быуаттарҙа был ерҙәр батша грамотаһы менән үҫәргәндәргә бирелгән. Был ырыуҙың тарихы — XVI — XIX быуаттарҙа күршеләге көньяҡ һәм көнсығыш ха­ лыҡтар менән тығыҙ бәйләнгән. Үҫәргәндәр Кесе Йөҙ ҡаҙаҡтары менән күрше йәшәгән. Үҫәргәндәр араһында мәмбәт ырыуы билдәле. Ә был ырыу ҡаҙаҡтарҙың ар>ғын ырыуына барып тоташа, XVII быуатта улар башҡорттар 42араһында ҡалған һәм башҡортлашҡан. Артабан был эт­ ник төркөм Азия менән бәйләнешен юғалта, Волга буйы һәм Урал халыҡтары менән тығыҙ аралаша башлай. Шәжәрәләр буйынса үҫәргәндәрҙең тарихын Мөйтән- дән алып XIX быуаттың аҙағына тиклем күҙәтергә була: Мөйтән, Үҫәргән, Шиғәле, Бәҙәк бей, Йүрек бей, Урал бей, Толбай, Уралбай, Ҡарабуға бей, Ҡарағас бей, Һары­ баш бей, Байғужа, Ҡаҙаҡсал, Ҡаръяу, Туғмәт тархан, То- ҡомбәт, Ишбирҙе, Ҡотло, Ҡәҙәм, Тәбсәк, Йомаҡай, Ҡу­ жанаҡ. Ҡужанаҡтың һигеҙ улы булған — Аҡбулат, Ис­ хаҡ, Исмәғил, Ҡадир, Хозор, Ғабдулла, Мәһәҙи, Кинйә­ булат, Хисаметдин. Үҙ сиратында Ҡадирҙың да алты улы була — Ғәбделғафар, Сәғәҙи, Шәрәфетдин, Рөстәм, Әбдел- ғата һәм Муллағол. Ҡужанаҡтың бөтә улдары тиерлек офицер булған. Исемлек буйынса ҡарағанда, Һарыбаш һуңғы бей булған. Күрәһең, үҫәргәндәр рус дәүләтенә тап уның заманында ҡушылғандар, сөнки батша хөкүмәте артабан атаҡлы кешеләргә кенәз, мырҙа, старшина исем­ дәре бирә башлаған. Иғтибар итегеҙ: Ҡаръяуҙың улы Туғмәт тархан булған. Тархандар ике төркөмгә бүлен­ гән — мираҫ буйынса һәм шәхси бирелә торғандарға. Был исем дәүләт алдындағы айырыуса хеҙмәттәр өсөн би­ релгән. Мираҫҡа бирелә торғандары атаһынан улына күсә барған, ә шәхсиләре күсмәгән. Күрәһең, Туғмәткә тархан исеме шәхси тәртиптә бирелгәндер, сөнки уның улы Тоҡомбәт тархан булмаған. Үҫәргәндәрҙең һаны хаҡында әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа, Д. Соколовтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үҫәргән во- лостарында 42 мең башҡорт йәшәгән. Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем үҫәргәндәр нигеҙҙә күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Был хатта XIX быуаттың аҙағына тиклем дауам иткән. 1847 йылда капитан Герн һәм пору­ чик Васильевтар үҫәргәндәр тураһында бына ни яҙған: улар өйҙә көҙ һәм ҡыш ҡына йәшәй, башҡа ваҡытта үҙ ауылдарынан 5 — 35 саҡрымда мал көтә, күсеп йөрөй. XIX быуат урталарында башҡорттар араһында булып киткән В. Черемшанский үҫәргәндәрҙең йәйләүҙәргә күсеүен айырыуса һоҡланып тасуирлай: яҙ етеү менән башҡорттарҙың кәйефе лә үҙгәрә, улар йәйләүҙәргә кү­ сергә әҙерләнә башлай, ирҙәр төркөм-төркөм булып йы­ йылып, киләсәккә пландар ҡора, ҡарттар иһә йәштәргә йәйләү тормошо хаҡында һөйләй, ҡатын-ҡыҙҙар ҡарал­ тыны төйнәй, йәйләүгә әҙерләнә. Шунан инде, ҡышҡы мәлдә ябығып йонсоған аттарын егеп йәки менеп, барыһы ла юлга сыға, ылау-ылау булып йәйләүгә күсенә. Дала 43башҡорттары ғәҙәттә йылға буйына, яланға урынлаша, ә урманлылар таулы урындарҙа, үҙәндәрҙә һәм аҡлан­ дарҙа, йәйләй. Хәллерәктәре кейеҙҙән тирмә ҡорған, ала­ сыҡ яһаған, ярлылар ҡыуышта йәшәгән. Ә көҙ инде, һал­ ҡынайта башлағас, башҡорттар кире ыҙмаға тишкән. Уларҙың йылҡыһы гел тибендә йөрөгән, мал аҙығы тик ҡолондарға һәм ваҡ малдарға әҙерләнгән. XIX быуаттың икенсе яртыһында үҫәргәндәр йәшәгән төбәккә күпләп икенсе халыҡ күсеп ултыра башлай. Шу­ лай итеп, бында малсылыҡ өсөн шарттар насарая. Ҡайһы бер йорттарҙа егерлек ат та ҡалмай. Етмәһә, күсмә мал­ сылыҡтың тәбиғи шарттарға туранан-тура бәйле булыуы бында йәшәгән халыҡты ауыр шартҡа ҡуя. Был төбәктә малсылыҡ төп шөғөл тип иҫәпләнгән, ә игенселек, умар­ тасылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ тик ярҙамсы шөғөл генә булған. Үҫәргәндәр йылҡыны күпләп аҫраған, ерҙәрҙең иркен булыуы һәм ҡышҡы осорҙа йылҡының тибендә йөрөүе уларҙың күпләп үрсеүенә килтөргән. Ләкин халыҡтың ишәйеүе, шуның арҡаһында шарт­ тарҙың насарайыуы халыҡты ҡыйын хәлдә ҡалдырған. Быға батша хөкүмәтенең колониаль политикаһы ла бу­ лышлыҡ иткән. Бигерәк тә йот йылдарҙа мал күпләп ҡырылған, 1911 йылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә мал һаны икеләтә кәмегән. Бында башҡорт халҡы игенселек менән әҙ шөғөллән­ гән. Етештергән иген үҙҙәренә лә етмәгән, ә күп кенә крәҫтиәндәрҙең ере айырыуса бәләкәй булған. Көнъяҡта йәшәгән үҫәргән башҡорттарының төп шөғөлө — малсы­ лыҡты ҡырҡа икенсегә күсереү бик насар һөҙөмтәләргә килтергән. Ошо хаҡта һөйләгәндә мин ебәрелгән хата­ ларҙы әле лә айырыуса билдәләр инем. Иген сәсеүлеген бөтә саралар менән киңәйтәбеҙ тип илленсе йылдарҙа хат­ та таулы-урманлы райондарҙа ла ерҙәрҙе һөрөп бөттөләр. Ә бит бында яҙ һуң килә, көҙ иртә башлана, һөҙөмтәлә иген бешеп өлгөрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, хатта бе^-ике гектарлыҡ майҙандарҙы ла һөрҙөләр. Был, үҙ сиратында, малсылыҡҡа кире йоғонто яһаны, башҡорттарҙың бо­ ронғо шөғөлө — малсылыҡты бөлгөнлөккә төшөрҙө. Тәбиги-климат шарттары был төбәктә йәшәгән үҫәр- гәндәрҙең йәшәйеш рәүешендә лә сағылыш таба. Бында ауылдарҙа элек өйҙәр төркөм-төркөм булып ултыр­ тылған, тик һуңынан ғына ауылдарҙы урамлап ултыртыу индерелгән. Торлаҡтар ҙа бында төрлөсө. Хәҙер элекке кейеҙ тирмәләр юҡ инде. Дала өлөшөндә халыҡ өйҙәрҙе балсыҡтан, самандан яһаһа, урманлы өлөшөндә бүрәнә- 44нән төҙөгән. Үҫәргәндәр борон-борондан бик оҫта булған. Семәрләп ағастан әйберҙәр яһау, балаҫ һуғыу, ювелир өйберҙәр эшләү, биҙәкләп һуғыу, күн әйберҙәр яһау, бәй­ ләү менән киң шөғөлләнгәндәр. Ярым күсмә халыҡтың йолалары һәм ғәҙәттәре лә бик үҙенсәлекле, һәр төрлө йыйындар, һабантуйҙар, бәйгеләр, майҙандар шаулап торған. Халыҡтың рухи донъяһы, башҡаларҙыҡы кеүек үк, югары кимәл талаптарына яуап биргән.

 

БӨРЙӘНДӘР

 Башҡорт халҡы араһында бөрйәндәр иң күптәрҙән һәм боронғоларҙан иҫәпләнә. Тарихи сығанаҡтар буйынса XIX быуаттың икенсе яртыһында бөрйәндәр 50 — 55 мең кеше иҫәпләнгән. Бөрйәндәр араһында Монаш, Нуғай- Бөрйән, Ямаш, Янһары, Байулы-Бөрйән ырыуҙары киң таралған булған. Бөрйәндәр, нигеҙҙә, Ағиҙелдең үрге ағымынан баш­ лап, көньяҡҡа Яйыҡ буйына тиклем ерҙә йәшәгән. Көньяҡта Оло һәм Кесе Эйек, Юшатыр буйҙарында ла ғүмер иткән. Элек бөрйәндәрҙең байтағы Дим буйында, артабан көньяҡта Туҡ, Оло һәм Кесе Уран буйҙарында, Ырғыҙ, Кәрәлек һәм Кәмәлек буйҙарында урынлашҡан. Профессор Р. Кузеев бөрйәндәрҙең 490 тамғаһын тап­ ҡан. Улар араһында уҡ башағына оҡшағаны — Яғылбай иң киң таралғандарҙан иҫәпләнә. Боронғо бөрйәндәрҙең этногенетик мәғлүмәттәре уларҙың ата-бабаларының Үҙәк Азияла йәшәүе хаҡында һөйләй. Бөрйәндәрҙең көнсығыштан сығышын уларҙың мәҙәни һәм сәнғәт өлгөләре лә күрһәтә. Бигерәк тә был йәһәттән орнаменттар ҙур роль уйнай. Халыҡ сөнғәтендә ябай геометрик фигуралар, күн һәм ағасҡа уйып эшлән­ гән һүрәттәр, сигеү һәм йәбештереп эшләү сәнғәте киң та­ ралған булған. Бындағы һүрәттәр Көньяҡ Себер ха­ лыҡтарының өлгөләренә бик оҡшаған. Бигерәк тә ағасты семәрләп эшләүҙә оҡшашлыҡтар ҙур. Башҡорттар менән Алтайҙарҙың соҡоп эшләнгән һауыттарҙағы биҙәктәре шул тиклем оҡшаш, хатта уларҙың ҡайһы халыҡтыҡы икәнлеген әйтеүе лә ҡыйын. Беҙҙең эраның тәүге мең йыллығының беренсе ярты­ һында бөрйәндәр башҡа халыҡтар менән Урта Азияға күсенгән. Тап ошонда уларҙың этник нигеҙе һалынған да инде. Исемдәре лә ошо ваҡыттан бирле йәшәй. Тарихи-эт- 46Зөрйәндәр нографик әҙәбиәттә бөрйәндәрҙе көнсығыштағы бурджан- дар менән сағыштыралар. Бында ниндәйҙер нигеҙлек бу­ лырға тейеш. Ҡайһы бер ғалимдар бурджандарҙы Дунай болғарҙары менән тиңләй. Бында улар урта быуаттарҙа йәшәгән Эл-Бәкри һәм Яҡутҡа һылтаналар. Улар бурд­ жандарҙы «румийҙарҙың күршеләре» тип яҙып ҡалдыр­ ған. Бурджандарҙың Византия менән күршеләш булыуы һәм уларҙы Дунай болғарҙары менән этник яҡтан бер ти­ геҙ ҡуйыу тарихи үҫештең һөҙөмтәһе булып тора. Бурд- жандар сығышы буйынса төрки халыҡтарынан һәм уларҙың тарихы Урта Азия менән бәйләнгән. Беҙҙең эраның VI быуатында бурджандар башҡа төрки халыҡтары менән бергә эфталит дәүләтен тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан. Был хаҡта Ибн-әл-Әсир (XII быуатта) яҙып ҡалдырған. Авторҙың әйтеүенсә, 588 йылда бурд­ жандар төрки халыҡтары менән бергә Иран биләмәлә­ ренә баҫып ингән. Күрәһең, был осорҙа улар Төрөк ҡаға­ натының сәйәси тормошонда актив ҡатнашҡан. Артабан бурджандарҙың Византия менән бәйләнеше нығынға

Бөрйәндәр йорт шарттарында малсылыҡ продуктта­ рын һәм әйберҙәрен эшкәртеү менән дә шөғөлләнгән. Әйтәйек, тиренән кейем, һәр төрлө аҙыҡ һаҡлау өсөн тоҡ теккәндәр. Күндән көнкүреш өсөн кәрәкле һәр төрлө әйберҙәр ҙә эшләнгән. Бынан тыш, халыҡ кесерткән һәм киндерҙән туҡымалар һуҡҡандар. Ғәҙәттә, бөрйәндәр киндерҙе һәм кесерткәнде һыуҙа ебетмәгән, ә өй түбәһенә йәйеп ҡуйғандар, һуңынан уны талҡы ярҙамында таҙар­ тып, сүс алғандар. Иләнгән ептән балаҫ, таҫтамал һуҡ­ ҡандар. И. Лепехин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аяҡ кейемдәре тегеүҙәре, тире эшкәртеүҙәре, кейеҙ баҫыуҙа­ ры тураһында яҙып ҡалдырған. XIX быуаттың тәүге яртыһында бөрйән ерҙәрендә ха­ лыҡ һаны ныҡ артҡан, көтөүлек ерҙәре кәмегән, һөҙөм­ тәлә уларҙың хужалыҡ итеүе лә үҙгәргән. Тәбиғи шарт­ тарҙан сығып бында урман промыслалары киң йәйелә башлай. Уларҙың күбеһе ағас йыҡҡан, һал ағыҙған, ыҫмала ҡайнатҡан. Ерҙәрҙең кәмеүе арҡаһында малсы­ лыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр кәмей. Ьөҙөмтә- лә XX быуат башында бөрйәндәр, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнеүгә күсә. Бында шундай үҙенсәлекте билдәләргә кәрәк: халыҡ малсылыҡтан да әллә ни мандый алмай, игенселек тә ныҡлы таралмаған. Октябрь революцияһына тиклем тип әйтерлек бөрйәндәр- ҙә йәйләүҙәргә күсеү һаҡланған. Бөрйәндәр башҡорт халҡын формалаштырыуҙа иф­ рат ҙур роль уйнаған. Беҙ әле уларҙың революцияға тик­ лемге көнкүреше хаҡында ғына һөйләнек. Бында улар­ ҙың рухи тормошо, мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында әҙ әйтелде. Дөрөҫөн әйткәндә, бөрйәндәр үҙҙәрен башҡорт халҡының бер өлөшө итеп урта быуаттарҙан уҡ тоя баш­ лаған, бай тарихҡа эйә булған. Әлеге йәш быуын ата-баба­ ларының тарихын белергә, уның менән ғорурланырға тейеш.

ТАМЪЯНДАР

XVII — XIX быуаттарҙа тамъяндар көньяҡҡа һәм төньяҡҡа бүленеп йәшәгән. Көньяҡта улар Ағиҙелдең ур­ та ағымында һәм Нөгөш тамағында төпләнһә, төньяҡта Ағиҙелдең үрге ағымында һәм Урал аръяғында көн күргән. XVI — XVII быуаттарҙа уларҙың ерҙәре ярайһы уҡ киң булған. Ошо хаҡта Тамъян волосының хатта Ыҡ буйында булыуы һөйләй. Тамъяндарҙың мәләт, ҡуян, мәсәғүт ырыуҙарына бүленеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Уларҙың төп тамғалары булып даға, сыбыҡ һәм ирәк иҫәпләнгән. Ирәк — мөйөш билдәһенә оҡшаған тамға. Даға тамғаһы тамъяндарға ғына хас, бик боронғоларҙан иҫәпләнә. Сыбыҡ иһә ҡара-ҡыпсаҡтарҙыҡына оҡшаған һәм ҡаңлы ырыуыныҡына яҡын. Ирәк тамғаһы бөрйән­ дәрҙеке һымаҡ. Урта быуаттарҙа тамъяндар башҡорттарҙың иң ҡеүәт­ ле ырыуҙарынан иҫәпләнгән һәм, Көнгөр бургомистры Юхневтың мәғлүмәттәре буйынса, улар яҡынса 21 мең кешегә еткән. Төрки халыҡтарҙың тарихын яҡшы белгән Н. Аристовтың иҫәпләүенсә, тамъян башҡорттары этник яҡтан ҡаҙаҡтарҙың тама ырыуына яҡын тора. Был фе­ кергә ҡушылырға була. Ләкин исемдәренең аҙағында айырма бар. Башҡорттарҙа тамъян иҫәпләнһә, ҡаҙаҡтар­ ҙа — тама. Ә, ғөмүмән, башҡорт исемдәрендәге ан ялғауы башҡа халыҡтарҙа йыш осрамай. Мәҫәлән, ҡарағал­ паҡтарҙа, үзбәктәрҙә — тама, лаҡайҙарҙа һәм ҡырғыҙ­ ҙарҙа — ҡара тума, аҡ тума, алтайҙарҙа — ҡаратумма. Тамғаларҙы ла сағыштырып ҡарайыҡ. Тамъяндар­ ҙың төп тамғаһы — сыбыҡ тама ҡаҙаҡтарында осрай. Э бына даға тамғаһы уларҙа бөтөнләй юҡ. Ошонан сығып, сағыштырып ҡарайыҡ: тамъян исеме ҡаҙаҡтарҙағы тана менән бик яҡын. Күрәһең, улар борон Яйыҡ менән Эмба араһында күсенеп йөрөгән һәм бер-береһе менән ярайһы 58Тамъяндар уҡ ныҡ аралашҡан. Етмәһә, тана ырыуының тамғаһы ҡулса тамъяндарҙың дағаһына бик оҡшаш. Тамъяндар араһында үҙҙәренең ата-бабаларының ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килеүе хаҡында әле лә һәр төрлө ҡомартҡылар һаҡланған. Ҡаҙаҡ этнографтары та­ ма һәм тана ырыуҙарының монголдарҙағы тума менән ныҡ бәйләнеүе хаҡында фараз итеүҙәре лә бик ҡыҙыҡлы. Рәшид-әд-Диндең мәғлүмәттәре буйынса, тума «тумат» ырыуы XIV быуатта Йәнәсәй йылғаһының үрге ағымын­ да йәшәгән. Профессор Р. Кузеев та ҡаҙаҡ ғалимдарының фекерҙәрен раҫлай. Ошо мәлдәрҙә үк әле монголдар ара­ һында тумэт ырыуы киң таралған булған. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас бер деталгә иғтибар итәйек. Архив мәғлүмәттәре буйынса XVIII — XIX быуаттарҙа Верхне-Уральск әйәҙендә Тамъян-Түң- гәүер волосы булған. Бында Хәлит, Үтәгән, Асҡар, Бу­ ранғол, Ярлыҡап тигән ауылдар теркәлгән. Берҙәм волос- тың булыуы был ике ырыуҙың күрше йәшәүе хаҡында һөйләй. Күрәһең, уларҙың ата-бабалары ла Саян-Алтай тирәһендә күптән күрше йәшәгән. Тамъян ырыуының бо­ ронғо монголдарҙан сығыуын әле лә көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан тамъяндары араһында тума формаһының йәшәүе лә раҫлай. Шулай итеп, тамъяндарҙың этник та­ рихы үтә ҡатмарлы Алтай-Саян крайының этногенетик 59донъяһына барып тоташа. Тамъяндар, ысынлап та, мон­ гол ҡәбиләләренең вариҫтары булып иҫәпләнә. Хәҙер уларҙың Көнсығыш Европаға күсенеүен ҡа­ райыҡ. Төркиләшкән монгол ҡәбиләләренең Етейылға буйына һәм артабан Көнбайышҡа күсенеүе төрөк ҡағана­ ты мәлендә үк башланған. Әммә ул мәлдә улар эре ҡәби­ ләләр араһына инеп юғалып ҡалған. Яйыҡ һәм Волга буйҙарынан көнбайышҡа тама ырыуы X быуатта уҡ күсенгән булырға тейеш. Улар беснәктәр ағымына ҡушы­ лып бөрйән, үҫәргән башҡорттары менән бергә күсенгән булырға тейеш. Тама этнонимының тамъян формаһына әүерелеүе, күрәһең, башҡа ырыуҙарҙың исеменә оҡша­ тып барлыҡҡа килгән: бөр-йән, үҫәр-гән. Урта Азияла IX быуатта улар күрше йәшәгән, бер-береһе менән ныҡ ара­ лашҡан. Унан тамъяндар Волга буйына күсенгән, һуңынан Уралға ҡайтҡан. Күрәһең, бөрйәндәр артынан улар Урал буйына һыйынған. Тамъяндарҙың тама ҡаҙаҡтары менән алыш-биреш итеүе урта быуаттарҙа ла өҙөлмәгән. Был аралашыуҙа Турғай далаларында йәшәгән көнсығыш башҡорттары ла һәм Яйыҡ менән Эмба араһында күсенеп йөрөгән тана ырыуҙары ла ҡатнашҡан. Ҡаҙаҡ ғалимы В. Востровтың әйтеүенсә, тама менән тана ырыуҙары бер үк этник бер­ ләшмәнең төрлө тамырҙары ғына, һәм м өнөнөң н өнөнә күсеүе беҙҙе аптыратмай. Етмәһә был ырыуҙарҙың тамға­ лары ла бер иш. Бигерәк тә сыбыҡ был ырыуҙарҙың бөтәһе өсөн дә хас. Мәғлүмәттәр буйынса, тамъяндарҙың ата-бабалары ҡасандыр Димдең үрге ағымында йәшәгән. Һуңынан улар көньяҡҡа Ағиҙел буйына күсенгән. Бөрйәндәр һәм түңгәүерҙәр кеүек уларҙың байтағы XIV быуатта Урал­ дың таулы-урманлы зонаһына һыйынған. Ҡалғандары иһә Ағиҙелдең көньяғында, Нөгөш тамағында тороп ҡалған. Былары ҡыпсаҡ йоғонтоһона ныҡ бирелгән. XV — XVI быуаттарҙа тамъяндар Урал тауҙарынан Урал аръяғына күсенгән. Әммә һуңыраҡ уларҙың Нөгөш, Дим, Өршәк буйҙарына кире күсенеүе лә булған. Ике яҡҡа бүленһәләр ҙә, бәйләнеш өҙөлмәгән, бер-береһенә, йөҙҙәр­ сә саҡрым юл үтеп, ҡунаҡҡа йөрөшкәндәр. Хатта Урал аръяғына яңынан күсенеүселәр ҙә булған. Сөнки Димдә уларҙың күбеһе аҫаба булып иҫәпләнмәгән. Әле лә Нөгөштә йәшәгән тамъяндар үҙҙәренең ата-бабаларының Урал аръяғында йәшәгәнлеген хәтерләй.


Бура һуғыу уйыны

Ссылка:

https://youtu.be/9klyslS8OpU